Сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта һәм уңышлы үткәреү

Тулыраҡ: Сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта һәм уңышлы үткәреү

Был эште дөрөҫ ойоштороу өсөн хакимиәт башлыҡтары һәм хужалыҡ етәкселәре яуаплы. Бөгөн сәсеү барышына арналған селектор кәңәшмәһендә район етәкселәре яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген белдерҙе.Башҡортостанда быйыл сәсеүлектәр 100 мең гектарға арттырыла. Өс миллион ике йөҙ мең гектар майҙандың яртыһынан күп өлөшө иген культураларына иҫәпләнгән. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко хакимиәт башлыҡтары һәм хужалыҡ етәкселәрен, уңайлы һауа шарттарынан файҙаланып, сәсеүҙе тиҙ арала тамамларға һәм уңышҡа нигеҙ һалған иң яуаплы мәлдә хаталарға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.