Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәлә Фәтхулла Гюлен яҡлыларҙы ҡулға алыу башланған. Ул суд системаһында, полицияла һәм киң мәғлүмәт сараларындағы кешеләр аша илдә фетнә ойошторорға маташыуҙа ғәйепләнә. «Хизмәт» хәрәкәте вәкиле белдереүенсә, Төркиә президенты Рәжәп Эрдоған власть өсөн бик ҡурҡа, шуға ла ул тәнҡитте фетнәнең бер өлөшө тип ҡабул итә. Төркиә етәкселегенә ҡаршы һүҙ әйтергә батырсылыҡ итеүселәрҙең барыһы ла ҡулға алыныуы ихтимал.

Америка менән Израиль араһынан ҡара бесәй йүгереп үткән. Ике ил араһында быға тиклем тығыҙ хеҙмәттәшлек булһа, хәҙер мөнәсәбәттәр шәптән түгел. Ҡушма Штаттар вице-президенты Джо Байден Израилды бик ҡаты тәнҡитләне. Фәлестин ерҙәрен яулап алыу, туҡтауһыҙ ҡан ҡойош Израиль хөкүмәтен көрсөккә алып килә тигән вице-президент.

Телевизион күпер аша Рәсәй хәрбиҙәре ил президенты Владимир Путинға Пальмираны миналарҙан таҙартып бөтөү тураһында хәбәр итте. Тарихи комплекс биләмәһендә хәҙер шартлатҡыстар юҡ.

Ҡояш батареяларында эшләүсе самолет һауаға күтәрелгән. Лайнер 62 сәғәттә Гавай утрауҙарындағы Калаелоа аэропортынан Калифорнияға барып етергә тейеш.