Ул кешеләрҙе, тыуған төйәген һөйгән оло йөрәкле шәхес булып хәтерҙә ҡалды.
Быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләне.
Мусин Ноғман Сөләймән улы 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. 1947 йылда урта мәктәпте тамамлаған, ике йыл тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләгән. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында белем алған. Халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор вазифаһын башҡарған. 1951 йылда армия сафтарына хеҙмәткә алынған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлаған.
Студент йылдарында уҡ шиғыр яҙа башлаған Ноғман Мусин әҙәбиәттә яҙыусы булараҡ таныла. Уның "Минең дуҫ" тип исемләнгән тәүге хикәйәһе 1956 йылда "Әҙәби Башҡортостан" журналында баҫылып сыға.
1958 йылдан Ноғман мусин Өфөлә йәшәй. Ағиҙел журналында – бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан Совет Башҡортостаны гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, БАССР- ҙың яҙыусылар Союзында әҙәби консультант булып эшләй.
Ноғман Мусиндың әҫәр геройҙары — замандаштары. Уның «Нөгөш ярҙарында» хикәйәһе, «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Өҙәрем юл кешеләре», «Төпкөлдән төшкән килен», «Ер биҙәге» повестары ауыл тормошона, уның кешеләренә, көнкүрештәренә бағышланған.
Ноғман Сөләймән улы замандаштары араһында тәбиғәт һаҡсыһы булараҡ танылыу яуланы. Ҡуйы урмандар, бейек тауҙар уратып алған ерҙә тыуғанғамы, ул бала саҡтан тәбиғәттең көсөн һәм матурлығын тойоп үҫкән. Ҡәһәрле һуғыш башланғанда уға бары ун йәш була. Ошо йәшендә үк тыуған ер, тәбиғәт, урман кешене ҙур бәләнән ҡотҡарыусы, һаҡлаусы тигән фекерҙе күңеленә һеңдерә. Урман уның өсөн йәшәү сығанағы ғына түгел, ә ер матурлығы булып ҡала. 1970 йылдар башында Ноғман Сөләймән улы яҙыусыларҙан тәүге булып, башҡорт урмандарын һаҡлау һәм ҡотҡарыу кәрәклеге тураһында яҙа. Үҙ заманында яҙыусының был саҡырыуҙары хупланмай. Бөгөнгө ысынбарлыҡта иһә халыҡ яҙыусыһының ниндәй һиҙгер һәм зирәк, алдан күрә белеүсән булғаны аңлашыла.
Тәбиғәт темаһы 1976 йылда баҫылған «Мәңгелек урман» дилогияһында күҙәтелә. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу йондоҙо. Эстәлегенә ике быуат ваҡиғаларын һыйҙырған роман башҡорт халҡының йәшәйеше урмансылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ менән бәйле икәнен һүрәтләй. «Мәңгелек» һүҙенең мәғәнәһе киң: кеше йәшәй икән, урман да йәшәй.
Ноғман Мусин, ҙур күләмле эпик әҫәрҙәр яҙып, үҙен ысын мәғәнәһендә оҫта итеп халыҡҡа танытты. Уның ижады менән Рәсәй уҡыусылары ла таныш- Мәскәүҙә уның төрлө йылдарҙа ике томда «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа- аҡ болан» романдары донъя күрә. Яҙыусының әҫәрҙәре татар, рус телдәренә тәржемә ителде. 2019 йылда әҙиптең әҫәрҙәренең 12-се томы сыҡты. Ә 2021 йылда «Алдар батыр» тарихи романы «Китап» нәшриәтендә яңыртылып, баҫылып сыҡты.
Ноғман Мусиндың 70 йәше уңайынан тыуған ауылы Ҡолғонала ижад йорто асылғайны. Был күркәм йортта бик күп экспонаттар, архив документтары, яҙыусының автографлы китаптары һаҡлана.
Ноғман Сөләймән улы Мусин — замана яҙыусыһы. Яҙыусы республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнде, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе. Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлеге халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр.
“Башҡортостан” ДТРК мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.