Башҡортостанда йонсоу көндәр тураһында иҫкәртелде.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы төбәктә һауа торошоноң киҫкенләшеүе тураһында ашығыс хәбәр таратты.
Башгидрометүҙәк фаразлауҙары буйынса киләһе көндәрҙә республика биләмәһенә арктик антициклон йүнәлеш тота. 3-4 ноябрҙә республика буйынса һауа температураһының төндә -5,-10°, урыны менән -15° градус, көндөҙ 3 ноябрҙә +1,-4°, 4 ноябрҙә +4,-1° градус булыуы көтөлә.
Көн аяҙ, яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ.
Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән ҡуйы томан төшөүе ихтимал.
Ошо уңайҙан Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте автомобиль йөрөтөүселәр һәм йәйәүлеләргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеген хәтергә төшөрә.