Башҡортостан Башлығы Ағиҙел аша һалынған яңы өҫтәмә күпер 100 йыл хеҙмәт итәсәк, тип белдерҙе. Киләһе йылда иһә 1956 йылда файҙаланыуға тапшырылған аркалы күперҙе ремонтау башлана. Был хаҡта яңы күпер буйлап хәрәкәт асыу тантанаһынан һуң Радий Хәбиров белдерҙе.
Республика етәксеһе иҫке күперҙе төҙөкләндереү эштәре өс йыл барасаҡ, тип ошо сәбәпле Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарҙан көтөлгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенде.
Радий Хәбиров Өфөләге башҡа күпер төҙөлөштәренә ҡағылған пландар менән дә таныштырҙы.
«Беренсе эш майҙаны – 2023 йыл аҙағы 2024 йыл башына башҡаланан көнсығыш сығыу юлын асыуға бәйле. Икенсенән. Беҙ Хөкүмәттә 14 миллиард һумға инвестиция кредитын яҡланыҡ, ул Көнсығыш сығыу юлын башҡа юлдар менән тоташтырыуҙы тиҙләтә. Бында Ағиҙел аша тағы ла бер күпер һалыу проекты инә. Иҫке затон күпере лә беҙҙең иғтибарға лайыҡ. Интернациональная урамы киҫешендә лә күпер кәрәк. «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй» тигән әйтемгә таянып эш итәбеҙ. Быларҙың барыһын да Өфөнөң ҡатмалы ладшафтын иҫәпкә алып башҡарабыҙ. Ярымутрауҙа урынлашҡан ҡала яңы күперҙәргә мохтаж», — тине Радий Хәбиров.