Республика йәмәғәтселеге ил ағаһы менән хушлаша

Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге ил ағаһы менән хушлаша

Республика йәмәғәтселеге ошо минуттарҙа башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдар, үткер повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусин менән хушлаша. Матәм сараһы Башҡорт Дәүләт филармонияһында үтә. Беҙҙең хәтерҙә Ноғман ағай кешеләрҙе һөйгән, тыуған төйәген яратҡан оло йөрәкле шәхес булып ҡалыр. 90 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолған тантаналарҙа уйсан да теремек тә, ҡыҙыҡһыныусан да, олпат та аҡһаҡал менән бер ай үткәнсе бәхилләшергә тура килер тип уйларлыҡ та түгел ине. Тыуған ауылы Ҡолғонала, район үҙәге Ишембайҙа үткән күркәм сараларҙа халыҡ яҙыусыһы яҡташтары менән ихлас аралашты, әҫәрҙәрен яратып уҡыған рәхмәтле китап һөйөүселәрҙең ихтирамын хаҡлы ҡабул итте. Оҙаҡ йылдар тоғро башҡарған хеҙмәтенең хөрмәтен күреп һөйөндө.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы ауылында балта оҫтаһы булараҡ танылған атаһының һөнәренә лә тап төшөрмәгән, уның бәләкәс улы тураһында “Ноғман ябай кеше түгел” тигән өмөт-васыятын да бойомға ашырған. Ҡолғонала Ноғман Мусиндың йорт-музейы бар, был күркәм йортта күренекле әҙипте архив документтары, яҙыусы автографы ҡуйылған китаптар ғына түгел, ә уның оҫта ҡулдары йылыһын бөркөгән зауыҡлы әйберҙәр ҙә һаҡлана.Һәләтле кешегә бөтә фән-белем-оҫталыҡ еңел бирелә тигәндәрен дә дәлилләй Ноғман Сөләймән улы. Балта оҫтаһы, умартасы, һунарсы. Мауығыуҙары ла, һөнәри ҡыҙыҡһыныуҙары ла уның урман – кешене яҡлаусы, һаҡлаусы, йәшәү көсө биреүсе мәңгелек урман тураһында. Әҫәрҙәренең геройҙары – замандаштары – улар алдында халыҡ яҙыусыһы тәбиғәт һаҡсыһы булараҡ танылыу яуланы. Уның ижады менән Рәсәй уҡыусылары ла таныш — уның «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа- аҡ болан» романдары Мәскәүҙә донъя күрә. Яҙыусының әҫәрҙәре татар, рус телдәренә тәржемә ителде. 2019 йылда әҙип әҫәрҙәренең 12-се томы сыҡты. Ә 2021 йылда «Алдар батыр» тарихи романы донъя күрҙе. Ноғман Сөләймән улы Мусин — замана яҙыусыһы. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендарына„ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Әҙип өсөн иң ҙур бүләкте – халыҡ һөйөүен — дә ҡаҙанды ул. Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлеге уның үлемһеҙ әҫәрҙәрендә, тыуған ауылындағы йорт музейында, уның исемен йөрөткән мәктәптә, ағастар аллеяһында, телевидение һәм радио фондында, документаль фильмдарҙа һәм, иң мөһиме, халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр. Күңелендә романтик яҙыусы булып ҡалған, Зәңгәртауҙа аҡ болан йәшәүенә, шунда һөйөү тыуыуына, матур теләктәр менән яҡты киләсәккә өмөт барлығына ысын күңелдән ышанып йәшәгән Ноғман Мусин гүйә беҙгә лә шул фекерҙе мираҫ итә.