Күптән көтөп алынған ваҡиға

Тулыраҡ: Күптән көтөп алынған ваҡиға

Өфөлә Аҙиҙел йылғаһы аша өсөнсө күпер сафҡа индерелде. Уны асыуҙа республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Күпер “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” федераль программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Был ваҡиғаны өфөлөләр генә түгел, бөтә республика халҡы түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 2019 йылда Ағиҙел аша яңы күпергә тәүге таш һалыуҙа ҡатнашһа, хәҙер инде ул ошо күперҙе асыу тантанаһында сығыш яһай.Республика башлығы, тәү сиратта, төҙөүселәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошондай ҡатмарлы объектты файҙаланыуға тапшырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ, Радий Хәбиров бер төркөм эшселәргә маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Ағиҙел ярҙарын тоташтырған яңы өҫтәмә күпер ике йыл эсендә төҙөлдө. Оҙонлоғо 688 метрыҡ юл өс һыҙаттан тора. Хәрәкәт бер яҡлы, йәғни, транспорт Өфө аэропорты йүнәлешендә йөрөйәсәк.Тәүлегенә күперҙәр буйлап 120 меңдән ашыу автомобиль үтә. Өҫтәмә юл башҡаланың Көньяҡ ҡапҡаһын күпкә киңәйтә.Ике күперҙәге хәрәкәтте туҡтатмайынса, улар араһында тағы ла бер күпер төҙөү – Рәсәй өсөн уникаль осраҡ. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, тығындарҙы булдырмау маҡсатында шулай эшләнгән. Әлбиттә, был төҙөүселәр өсөн өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырһа ла, эште улар ваҡытынан алда тамамлаған. Ҡайһы бер урындарҙа күперҙәр араһындағы алыҫлыҡ бер метрҙан да кәм булған. Эштәр ошондай ҡатмарлы шарттарҙа башҡарылһа ла, илдәге тәүге тәжрибә уңышлы булды, ти белгестәр. Объекта эштәр өҙлөкһөҙ тәүлек әйләнәһенә туҡтаманы. Төҙөүселәр миллиондан ашыу болтты ҡул менән нығытып сыҡҡан. Күперҙең сифаты юғары кимәлдә булыуын һынау-экспертиза һөҙөмтәләре лә дәлилләй. Киләсәктә ул халыҡҡа быуаттан ашыу хеҙмәт итәсәк итгән өмөт бар. Хәҙер инде маҡсат – 1956 йылда төҙөлгән иҫке күперҙе һаҡлап ҡалыу. Уны 2024 йылға тиклем реконструкцияға ябасаҡтар.