“Башавтотранс” ширҡәтенә заманса автобустар асҡыстары тапшырылды. Йәмәғәт транспорты баш ҡала урамдарында ғына түгел, ә Яңы Болғаҡ ауылына тиклем дә рейсҡа сыға. Быйыл “Башавтотранс” ойошмаһының техник базаһын яңыртыу өсөн республика үҙ иҫәбенә 210 автобус һатып алғайны. Быға тиклем ҡайтарылған машиналар әле Өфө буйлап йөрөй. Яңы автобустар иһә мегаполистың Сипайлово, Дим биҫтәһе, Инорс микрорайонында халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Транспорт газ яғыулығында эшләй. Ҡыш миҙгелендә иһә салондар йылы буласаҡ, тип ышандыра “Башавтотранс” вәкилдәре.
Өфө урамдарында яңы автобустар
Тулыраҡ: Өфө урамдарында яңы автобустар