Иген иккән- илде туҡ иткән

Тулыраҡ: Иген иккән- илде туҡ иткән

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын белдәләне.Байрам сиктәрендә «Ураҡ-2021»конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде. 490 механизатор араһынан 20 кеше үҙ эшенең оҫтаһы тип табылды. Алдынғы игенселәр Шевроле Нива автомобиле һәм сертификат менән бүләкләнде. Эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, беҙ тормошон ауыр хеҙмәткә бағышлаған ир-егеттәребеҙҙе бүләкләү тантанаһын кисектермәҫкә булдыҡ, тине Республика башлығы Радий Хәбиров. Күгәрсен районы Тәүәкән хужалығы комбайнсыһы Руслан Фазлаев был конкурста бер-нисә йыл рәттән ҡатнаша. Быйылғы шарттар буйынса 1 һәм 2 урын яулаусы игенселәргә автомобиль тапшырыуҙары ғәҙел, тип һанай механизатор. Тантанала шулай уҡ ауыл хужалығында күп йылдар дауамында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн 37 кеше республиканың юғары награлары менән бүләкләнде.