Зыян күргән иҫке йорт тергеҙерлек түгел. Яңыһын уларға үҙ аллы төҙөп сығырға кәңәш итә ҡала властары. Әммә был йортта башлыса оло йәштәгеләр һәм балалы ғаиләләр йәшәгән һәм уларҙың бындай мөмкинлеге юҡ. Төтөн еҫенә сәсәп уянған йәш әсә был фажиғәле төндө ғүмерҙә лә онотмаясаҡ. Күрше фатирҙа сыҡҡан янғын тиҙ арала уларҙың бүлмәһенә күсә, уйларға ваҡыт юҡ ине ти Юлиә. Башта 7 йәшлек ҡыҙын икенсе ҡаттан тәҙрә аша төшөрә, унан ире бәләкәй бала менән һикерә, ауырлы ҡатынға ла ошо уҡ юлды һайларға тура килә.Кузьминдар ғаиләһе үлемдән ҡотолғандарына этенә рәхмәтле. Лобрадор тоҡомло йорт һаҡсыһы хужаларын өрөп уята. Ә бына Зиниә Әнғәм ҡыҙының фатирына ялҡын уттары барып етмәһә лә, булған мөлкәте һыулана. Һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, телевизор һәм башҡа техника яраҡһыҙ хәлдә. Еүешкә бөжәктәр эйәләр, ә әйберҙәр сереп бөтөр тип хафалана 69 йәшлек пенсионер. Ваҡиға төнөндә ҡатын ҡыҙында була, янғын тураһына хәбәрҙе күршеләре шылтыратып әйтә.Иҫерек ирҙең ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуы арҡаһында сыҡҡан янғында ике ҡатлы иҫке йорттағы 9 фатир ҙа зыян күрә. Ут һүндерелә, әммә торлаҡ кире тергеҙеүгә яраҡһыҙ тип таныла. Һуңғы өмөт менән бында йәшәүселәр ҡала властарына мөрәжәғәт итә, яуап бөтөнләй аптырашта ҡалдыра.Йорттоң юридик статусы арҡаһында зыян күреүселәр хәҙер дәүләттән бер ниндәй ҙә ярҙам өмөт итә алмай. Торлаҡ йорт муниципалитет иҫәбендә түгел, авария хәлендә тип тә танылмаған. Шуға күрә ниндәй ҙә булһа адреслы программаға эләгеү мөмкинлеге юҡ.Ни өсөн 9 фатирға бүленгән ике ҡатлы йорт бер өй булараҡ теркәлгән һәм милекселәр унда өлөшсө булып ҡына торған асыҡлауы ҡыйын. Закон буйынса уларға үҙ көсөнә генә ышанырға ҡала. Район хакимиәте бинаны һүткәс сүп-сарҙы сығарыуҙа ғына ярҙам итә алабыҙ тине.Урамда ҡалған кешеләргә маневр фондынан торлаҡ тәҡдим иткәндәр, шулайҙа күптәре әлегә туған-таныштарында көн күрә.Янғындан зыян күреүселәр ҡасан да булһа үҙ нигеҙҙәрен нығытып яңы йорт һалып күсеп ҡайтырына ышана. Тик бының өсөн ҙур сығымдар талап ителә, улар мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай. Төҙөкләндереүгә аҡса йыйыу өсөн дөйөм иҫәп асылған.
Өфөлә бер нисә ғаилә янғын арҡаһында урамда ҡалған
Тулыраҡ: Өфөлә бер нисә ғаилә янғын арҡаһында урамда ҡалған