Башҡортостанда үткән тәүлектә COVID-19 сирен 669 кеше йоҡторған.
Был хаҡта төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башынан иҫәпләгәндә коронавируслы инфекция үткәргән 87 мең ярым сирле теркәлгән.
Бөгөнгә стационарҙарҙа 880 сирле дауалана, шуларҙың 584-е өлкән йәштәге кешеләр. 35 сирле ауыр хәлдә.
Коронавируслы инфекция асыҡланған ете мең өс йөҙ тирәһе сирле өйөндә табип кәңәштәрен үтәп дауалана. Шуларҙың 6 меңдән ашыуы 60 йәштән өлкән.
Үткән тәүлектә 700 сирле һауығып сыҡҡан.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса үткән тәүлектә COVID-19 сиренән 36 сирле һәләк булған. Пандемия башынан 2 мең 700 сирле үлгән, шуларҙың 2 357-һе 60 йәштән өлкән булған.