Һаулыҡ һаҡлау министры һөйөнөслө мәғлүмәт еткерҙе. Артабанғы сикләүҙәр тәртибе, кәрәк булһа, оператив штаб ултырышында ҡабул ителәсәк.
Максим Забелин 2 ноябрҙә журналистар менән осрашып оператив штабтың коронавируслы инфекция таралыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтеп ҡабул иткән сараларын файҙалы, тип баһаланы.
«Әлеге ваҡытта Башҡортостанда хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Сирҙең билдәле бер сигенә сыҡтыҡ. Тәүлегенә теркәлгән ауырыуҙар һаны бер кимәлдә тора. Стационарға һалынған пациенттар һаны кәмей. Койка фонды ҡеүәтен 1000-гә ҡыҫҡарттыҡ. Койка фондының 10-15 проценты буш һаҡлана. Резерв бар.», — тине Максим Забелин.
Министр фекеренсә, оперштаб күргән саралар, һәр гражданин үтәгән талаптар үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен дәлилләне.
«Вакцинация тиҙлегенең артыуы ла булышлыҡ итә. Август менән сағыштырғанда вакцинация күрһәткестәре биш тапҡырға артты. Вакцинация темпы буйынса Рәсәйҙә ун лидер исемлегенә индек. Өҫтәмә сикләүҙәр талап ителмәҫ, тип ышанам, — тине министр. – Күҙаллауҙар буйынса пандемия тамамлана. Коллектив иммунитетҡа өлгәшкәс тә сир кимәле түбәнәйер, тип өмөтләнәбеҙ. Бының өсөн вакциналанғандар һаны социумдың 80 процентын алырға тейеш. Яҡын арала Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар һәм үҫмерҙәргә прививка яһарға рөхсәт итер, тип уйлайым. Вакцинаның бары миҡдарын кәметеү талап ителә. Киләһе йыл дауамында ҡәтғи сикләүҙәр тураһында оноторға мөмкин, хәрәкәт итеү, аралашыу һәм эштә ғәҙәттәге тәртипкә ҡайта алырбыҙ, тип ышанам», тине Максим Забелин.
Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, декабрь-ғинуарҙа йола буйынса грипп сире тарала башлай, был хәлгә әҙер булырға кәрәк.