Башҡаланың Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Яңы йыл шыршыһы урынлаштырыла башланы.
Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә башҡалала яңы йыл тантаналарына әҙерлек башланды. Салауат Юлаев майҙанында пикселле шыршының каркасы ҡорола.
Ҡоролманың бейеклеге 32 метр. Уны йыйыр өсөн 10-14 көн талап ителә. Әле шыршының түбәнге ҡатламы ҡорола. Эшкә тиҫтәнән ашыу эшсе һәм автокран йәлеп ителгән.
Байрам майҙансыҡтарының барыһын да урынлаштырыу мәсьләләһе буйынса фекер алышыуҙар бара, боҙ ҡаласыҡтарының урыны ноябрь урталарында раҫланасаҡ. Өфө властары Яңы йылды байрам итеүгә әҙерлек һәм балаларҙың ҡышҡы каникулдарын ойоштороу буйынса саралар планын көнэлгәре раҫланы.