Мәҫәлән, республиканың Борай районы ауылдарында эш яртылаш тиерлек тамамланған. Ун йылға бер тапҡыр үткәрелгән сарала халыҡ әүҙем ҡатнашамы? Махсус өҫ кейеме, сумка, мотлаҡ танытма һәм битлек. Физилә Мөхәйәроваға иҫәп алыусы эше яҡшы таныш. Бынан алда ғына ул ауыл хужалығы иҫәбендә ҡатнашһа, хәҙер иһә халыҡ һанын барлай.Ниндәй ҙә булһа йортҡа барыр алдынан иҫәп алыусы ғаиләгә шылтыратып килерен белгертеп ҡуя. Ғәҙәттә, иҫәп алыуҙа халыҡ ризалыҡ менән ҡатнаша, ти хеҙмәткәр. Ғәлинуровтар ғаиләһе, мәҫәлән, шул исемлектә. Иҫәп алыусы ғаилә ағзалары биргән яуаптарҙы махсус планшеттағы программала теркәп бара.Миңнулла Ғәлинуров Борай районы Мулла ауылында 1948-се йылдан алып йәшәй. Ун йылға бер үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙа ул һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Балалар килсәгенә лә бит был сара ҙур йоғонто яһай, ти ул. Иҫәп алыусыға ниндәй ҙә булһа йортҡа барыр алдынан, тәү сиратта, хәүефһеҙлек сараларын үтәү мотлаҡ. Хеҙмәткәрҙең короновирустан вакцина эшләтеүен белдергән белешмәһе булырға, һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителергә тейеш. Бер иҫәп алыусыға бер нисә ауыл беркетелгән. План буйынса, иҫәп алыусы көн дауамында утыҙлаған кешене махсус программаға теркәргә тейеш. Бер ғаилә өсөн ярты сәғәт ваҡыт талап ителә. Мулла ауылында, мәҫәлән, 276 кеше йәшәй, уларҙың барыһы ла тиерлек иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан.Борай районының Оло һәм Бәләкәй Баҙраҡ ауылдарында ла эш ҡайнай. Лира Нәжметдиноваға, мәҫәлән, бөтәһе биш иҫәп алыусы беркетелгән. Һәр хеҙмәткәр көн аҙағында халыҡ иҫәбе һөҙөмтәләрен онлайн рәүештә ебәреп тора, ләкин аҙнаһына бер тапҡыр иҫәп алыусы участкаға килеп, эшен барларға бурыслы. Әле Оло Баҙраҡ ауылында 362, ә Бәләкәй Баҙраҡта 212 кеше йәшәй. Элекке халыҡ иҫәбе менән сағыштырғанда, был һандар күпкә кәмерәк, ти ауыл олатайҙары. Әйткәндәй, ауылда төрлө милләт кешеләре көн күрә.Республикала был мөһим кампанияға 7 мең иҫәп алыусы йәлеп ителгән. Быйыл шулай уҡ теләгән һәр кем интернет аша ла халыҡ иҫәбендә ҡатнаша ала. Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәте” ҡушымтаһына инеп, “Халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙырға” тигән бүлекте һайлап, һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Пандемияға бәйле, халыҡ иҫәбен алыу бер нисә тапҡырға күсерелә килгәйне. Әммә, мөһим сарала ҡатнашыу – һәммәбеҙҙең гражданлыҡ бурысы. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 14 ноябрҙә тамамланасаҡ.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә
Тулыраҡ: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә