Халыҡ яҙыусыһы менән хушлашырға теләгәндәр Башҡорт дәүләт филармонияһы залында йыйылды. Ноғман Мусиндың яҡташтары, ҡәләмдәштәре, әҙиптең ижадын һөйөүселәр. Улар әҙиптең ғүмере, ижади эшмәкәрлеге, шәхси һәләттәрен ҡәҙерләп иҫкә алды, күренекле яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү зарурлығын билдәләне. Ноғман Сөләймән улы хәтер мәсьәләһен иҫән сағында уҡ хәстәрләгән. Яҙған әҫәрҙәрен 12 томлыҡ йыйынтыҡҡа туплап баҫтырып өлгөргән, тыуған ауылында йорт-музей ойоштороуға булышлыҡ иткән. Күптәр уның тәбиғи талантын, егәрлелеген, тормош һөйөүсәнлеген һоҡланып иҫкә алды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин тыуған төйәгендә – Ишембай районы Ҡолғона ауылында – ерләнде.
Республика йәмәғәтселеге Ноғман Мусинды һуңғы юлға оҙатты
Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге Ноғман Мусинды һуңғы юлға оҙатты