Йөклө ҡатындарҙы ҡасан вакциналарға

Тулыраҡ: Йөклө ҡатындарҙы ҡасан вакциналарға

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы буласаҡ әсәләрҙе вакциналау ваҡыты тураһында хәбәр итте. Максим Забелин “Һуңғы кәңәштәргә ярашлы ковидтан прививканы йөккә уҙғандың 12-се аҙнаһынан ҡаҙатырға ярай,” – тип белдерҙе. Тикшеренеүҙәр антиматдәләрҙең әсәнән балаға күсеү һәләтен раҫлай. Һаулыҡ һаҡлау министры буласаҡ әсәләрҙе баланы планлаштырыу мәлендә үк вакцинация үтергә өндәй.

Өфө дауаханаһында яңы тыуған өс бала коронавируслы инфекция диагнозы менән реанимацияға күсерелгәне мәғлүм.

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакциналау башлана. Ошо хаҡта ла Максим Забелин белдерҙе. Балалар өсөн тәғәйен препараттың етештерелә башлауы һәм инструкцияға үҙгәрештәр индереү ноябрь айында көтөлә.