Тағы бер күсмә вакцинация пункты асылды

Тулыраҡ: Тағы бер күсмә вакцинация пункты асылды

«МЕГА» сауҙа үҙәгендә, Өфөлә, 3 ноябрҙән коронавируслы инфекциянан прививка яһатыуҙың яңы күсмә пункты эш башланы. Был хаҡта төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Эш ваҡыты — көн һайын сәғәт көндөҙгө икенән киске һигеҙгә тиклем. Пункт байрам көндәрендә лә эшләй.

Бынан тыш прививканы башҡалала «Торатау» Конгресс холында, «Планета» сауҙа үҙәгендә, Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан «Карусель» һәм «О`кей» гипермаркеттарында, «Башкирия» лайфстайл-үҙәгендә эшләгән күсмә вакцинация пункттарында яһатырға мөмкин.