4 ноябрҙә Өфөлә, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, онлайн форматта «Сәнғәттәр төнө» ойошторола. Был хаҡта башҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
4 ноябрҙә Өфөнөң мәҙәниәт учреждениелары үҙҙәренең мәғлүмәт майҙансыҡтарында (сайт, социаль селтәрҙә) үҙ программаларын таныта, концерт, спектаклдәр күрһәтә, оҫталыҡ дәрестәре бирә һәм интерактив аралашыу үткәрәсәк.
Сарала Ҡала мәҙәниәт һарайы, ҡала мәҙәни-ял үҙәге, «Моторостроитель» мәҙәниәт клубы, Өфө йәш тамашасы театры, Өфө ҡала планетарийы ҡатнаша. Тулыраҡ мәғлүмәтте башҡаланың мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы сайтында табырға мөмкин.