Башҡала хакимиәтенең рәсми сайтында 4 ноябрҙең төн уртаһынан 15 декабргә тиклем Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күперҙең Аэропорт яғы йүнәлешендәге уң яҡ ситтәге һыҙаты автотранспорт хәрәкәте өсөн ябыла, тип иҫкәртелә. ⠀
Был өҫтәмә күперҙең ярҙамсы ҡоролмаларын һүтеп монтажлау маҡсатында башҡарыла.
Ҡала хеҙмәттәре Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарҙы хәрәкәт сикләүҙе аңлап ҡабул итергә саҡыра һәм килеп тыуған ҡатмарлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.