Башҡортостанда үткән бер тәүлектә 673 яңы коронавируслы инфекция эләктергән сирле теркәлгән.
Пандемия башынан сир йоҡторғандар һаны хәҙер 88 173 кеше.
Әлеге ваҡытта стационарҙа 941 сирле дауалана, уларҙың 618-енә 60 йәш тулған.
Ауырыуҙарҙың етмеше ауыр хәлдә, 9 сирле яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Дауалауҙың амбулаторя тәртибендә 7 274 сирле, уларҙың 6 мең 132–һе 60 йәштән өлкән.
Тәүлек эсендә 583 һауығып сыҡҡан. КОВИД-19-ҙан 27 тапҡыр үлем осрағы теркәлгән.
Пандемия башынан барыһы 2 721 сирле үлгән, шуларҙың 2 382-һе 60 йәштән олораҡ булған.
Башҡортостанда 2 миллион 484 мең 667 кешене вакциналау планлаштырыла.
Республикаға вакцинаның 2 124 458 миҡдары килтерелгән.
Беренсе компонентты 1 697 608 кеше, йәғни план күрһәткесенең 68,3 проценты ҡаҙатҡан.
1 358 090 кеше, йәғни 54,7 процент тулыһынса вакциналанған.
Үткән тәүлек эсендә 21 817 кеше прививка яһатҡан.