Сертификаттың формаһы үҙгәрҙе

Тулыраҡ: Сертификаттың формаһы үҙгәрҙе

Рәсәйҙә COVID-19-ға ҡаршы яһатҡан вакцина сертификатының формаһы үҙгәрҙе. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының был туралағы приказы 8 ноябрҙән ғәмәлгә инә. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.

Сертификаттың яңы формаһын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 25 октябрҙә үк индергәйне. Документта хәҙер пациенттың шәхси мәғлүмәттәре – исем-шәрифе, тыуған ваҡыты, енесе, адресы, паспорт мәғлүмәттәре, СНИЛС, медицина полисы – билдәләнә. Бынын тыш прививка тураһында тейешле мәғлүмәт – ҡуйыу ваҡыты, препараттың атамаһы һәм яһатҡан ойошма атамаһы, әгәр ҙә бар икән — прививканың ярамағанын күрһәткән сәбәп, сирләгән осраҡта COVID-19 үткәреү тураһында мәғлүмәт бирелә. Сертификаттың беренсе битенең өҫкө уң яҡ мөйөшөндә QR-код күрһәтелә.

Сертификат рус һәм инглиз телдәрендә яҙылып электрон һәм ҡағыҙға баҫылған өлгөләрҙә тапшырыла. «Госуслуги» порталында вакцина яһатҡандан алып өс көн үткәнсегә тиклем урынлаштырыла.

Сертификат 8 ноябргә тиклем алынған осраҡта автоматик рәүештә яңыртылып «Госуслуги» сайтында 2022 йылдың 1 мартынан да ҡалмай урынлаштырыла.