«Спутник Лайт»ты ҡасан көтөргә

Тулыраҡ: «Спутник Лайт»ты ҡасан көтөргә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәргә «Спутник Лайт» вакцинаһын оҙатыу ваҡытын асыҡланы.

6 ноябрҙә һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко эшләмәгән аҙнала вакцинация тиҙлеге 4–5 тапҡыр артты, тип белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры COVID-19 сирен үткәргәндәрҙе тәрән диспансеризация үтергә өндәне, сөнки табиптар инфекция эҙемтәһе булараҡ йөрәк ҡаҡшауына килтергән осраҡтарҙы йыш теркәй.

30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем осорҙа ял көндәрен иғлан итеү COVID-19 таралыуын кисектереүгә ыңғай тәьҫир итте. Әле табип күҙәтеүе аҫтында Рәсәйҙә йәшәгән 1,37 миллион сирле ҡала, тине Мурашко.

Рәсәйҙең оператив штабы килтергән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса вакцинаның беренсе компонентын илдә 56,7 миллион кеше һалдырған, вакцинацияны тулыһынса 50,9 миллион кеше үткән. Коллектив иммунитет кимәлен оперштаб 46,8% тип билдәләй.

«Спутник Лайт» төбәктәргә 8 ноябрҙән ебәрелә башлай. «Вакциналар етерлек күләмдә бар. „Спутник Лайт“ҡа ихтыяждың юғары булыуы күҙәтелә, өҫтәмә күләмдәргә заказ бирелгән, яңы аҙна башынан ул төбәктәргә оҙатыла башлай», — тине министр.