Рәсәй синоптиктары ноябрҙә Башҡортостанда һауа торошона күҙаллау яһаны. Фаразлауҙар буйынса, ноябрҙә республикала уртаса һауа температураһының 1-2 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Башҡортостандың төньяғында айлыҡ яуым-төшөм норманан аҙыраҡ, ә көньяғында иһә нормаға ярашлы буласаҡ. Ял көндәрендә республикала ҡар яуҙы. Өфөлә генә 140 берәмек коммуналь техника урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға сыҡты. Юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау маҡсатында юлдар, тротуарҙар, күперҙәргә махсус реагенттар һибелде. Ҡала хакимиәте ҡар күпләп яуған осраҡта урамдарға күберәк техника сығарырға вәғәҙәләй.
Өфөлә 140 берәмек коммуналь техника урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға сыҡты
Тулыраҡ: Өфөлә 140 берәмек коммуналь техника урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға сыҡты