Йылайыр районы Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы мөхит булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. Проект сиктәрендә Йылайыр ауылының Ленин урамы төҙөкләндереләсәк. Әле унда юл япмаһы яңыртыла, тротуар плиткаһы түшәлә, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла һәм ял итеү урындары әҙерләнә. Шулай уҡ, урамда күҙәтеү камералары, яңы юл тамғалары ҡуйыу ниәтләнә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, тарихи урамдың төҙөкләндереүен күптән көткәндәр. Башҡортостанда ауылдарҙы комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә шулай уҡ Йылайыр ауылында үҙәк һыу үткәргесе яңыртыла. 70-се йылдарҙа һалынған торбаларҙың 90% эшлектән сыҡҡан. Проект сиктәрендә Йылайыр ауылында 33 саҡырым оҙонлоғондағы яңы торбалар һалынасаҡ. Проектҡа ярашлы эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.
Йылайыр районы Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе
Тулыраҡ: Йылайыр районы Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе