Шәхси-дәүләт партнерлығы

Тулыраҡ: Шәхси-дәүләт партнерлығы

Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә шәхси-дәүләт партнерлыҡты үҫтереү күҙаллана. 2022 йылда шәхси балалар баҡсаларына ата-әсәләргә сертификаттар биреү өсөн республика бюджетынан 140 миллион һум бүленәсәк. Әлегә төбәктә дәүләткә ҡарамаған лицензиялы 45 мәктәпкәсә учреждение иҫәпләнә. Киләсәктә улар исемлеген Өфөләге “Panda PlaySchool” балалар баҡсаһы ла булыр тигән өмөт бар. Бармаҡтарҙы бейетеп, йырҙар йырлап балалар кәйефтәрен күтәреп кенә ҡалмай, телмәрен дә үҫтерә. Баҡтиһәң, ваҡ моторика телмәр үҫеше менән туранан-тура бәйле икән. Шуға артикулиция аппаратынан тыш, тәрбиәсе бармаҡтарға ла күнекмәләр яһата. Өҫтәүенә, йыр аша телде өйрәнеүе, һүҙҙәрҙе хәтергә индереп барыуы еңелерәк, ти белгестәр.Төҫтәр, һандар белеү, һүрәт төшөрөү, буяу, пластилиндан фигуралар яһау менән бер рәттән балалар туған телендә аралашырға ла өйрәнә. Был шәхси балалар баҡсаһында 2-нән 4 йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн башҡорт төркөмө сентябрь айында асылған. Балалар ҙур теләк менән йөрөй, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт.Мәрйәмдең теле асылғандан алып саф башҡортса һөйләшә. Өс йәшенә инде ул бер-нисә телдә аралаша ала. Йәш ярымдан алып ата-әсәһе уға инглиз телен өйрәтһә, ә рус теле — ул мөхит теле. Киләсәктә ниндәй генә һөнәрҙәр популяр булмаһын, телдәрҙе белеү һәр ваҡытта ла кәрәк, өҫтәүенә, ул мейене эшләтә, аңды киңәйтә, фекер даирәһен байыта, ти Мәрйәмдең әсәһе.Тәүге ике телде яҡшы белһә, өсөнсө телде өйрәнеү системаһы үҙе барлыҡҡа килә, ти Фатима. Ә “Panda PlaySchool” балалар баҡсаһында бындай мөмкинлек бар. Сөнки кескәйҙәр бер юлы ике-өс телде өйрәнә. 35 урынға иәҫпләнгән билингваль балалар баҡсаһында йәмғеһе 4 төркөм. Һәр төркөмдә башҡортса, инглизсә һәм ҡытайса һөйләшкән тәрбиәселәр бар.Киләсәктә барлыҡ ата-әсәләрҙең дә сабыйҙарын бында урынлаштырыу мөмкинлеге булһын өсөн, етәкселек лицензия алып, дәүләт-шәхси партнерлыҡ проектына инергә планлаштыра. Ул саҡта шәхси балалар баҡсаһына йөрөү өсөн күптәр ҙур льгота менән ҡуллана аласаҡ. Балалар баҡсаһына урындар етмәү мәсьәләһен хәл итеү маҡсаты менән Башҡортостанда 2020 йылда пилот проект эшләй башланы. Уның сиктәрендә ата-әсәләргә шәхси балалар баҡсаһына сертификаттар тапшырыла. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай сертификаттар сираттарҙы кәметеү менән бер рәттән, төҙөлөш өлкәһендәге сығымдарҙы ла кәметә. Шәхси балалар баҡсаһындағы 2000 урын, 10 мәктәпкәсә учреждениены алмаштыра.