Балалы ғаиләләр дәүләттән өҫтәмә түләүгә дәғүә итә ала

Тулыраҡ: Балалы ғаиләләр дәүләттән өҫтәмә түләүгә дәғүә итә ала

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ата-әсә дәүләттән өҫтәп 12 мең һум аҡса алырға мөмкин. «Госуслуги» порталы түләү алыуҙы рәсмиләштереү тәртибен тәҡдим итә.

«Түләү аҙ килемле ғаиләләргә дәүләт ярҙамына мохтажлығын раҫлаған осраҡта түбәнге талаптарҙы үтәгәндә —  ғариза биреүсе һәм бала Рәсәй гражданины булһа, ғаилә Рәсәйҙә йәшәһә, ғаиләнең һәр ағзаһына тәғәйен йәшәү минимумы төбәктә теркәлгән күләмдән артмаһа — бирелә», — тип белдерелә сайтта.

Йәнә бер иҫкәрмә — ғаиләлә ололар ниндәй ҙә булһа килем алырға тейеш, ә килем алмаған осраҡта был хәлдең нигеҙле сәбәбен дәлилләргә тейеш. Бынан тыш ғаиләнең фатиры йә бер нисә фатиры булырға мөмкин, әммә ғаиләләге һәр ағзаға төшкән дөйөм майҙан 24 квадрат метрҙан артмаҫҡа тейеш.

Түләү биреүҙе үтенеп ата-әсәнең береһе йә баланың опекуны мөрәжәғәт итә ала. Түләү балалар өсөн төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумы нигеҙендә иҫәпләнә. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 11-12 мең һум. Ғаризаны сайтта рәсмиләштерергә мөмкин. Бының өсөн ғаиләнең үткән йылдағы килемен раҫлаған документ кәрәк, балаларға бирелгән башҡа түләүҙәр килем иҫәбенә алынмай.