«Салауат Юлаев» карантинда

Тулыраҡ: «Салауат Юлаев» карантинда

Өфө хоккей клубы карантинға китте. Роспотребнадзор командаға ете көнгә яҙма йөкләмә бирҙе. Команданы изоляцияға ебәреүҙең рәсми сәбәбе – киҙеү. ⠀

«Салауат Юлаев»тың башҡарма директоры Александр Курносов белдереүенсә, 31 октябрҙә Минскиҙа үткән «Динамо»ға ҡаршы уйындан һуң тәүге сирлеләр асыҡланған. Икенсе көнгә биш кеше сирләгән, ике кеше дауаханаға оҙатылған. Коронавирус инфекцияһын белгерткән ПЦР тестар кире һөҙөмтә күрһәткән.

3 ноябрҙә юлаевсылар Өфөлә «Амур» менән уйнаны, был көндө иһә сир билдәләре тағы ла бер нисә кешелә барлыҡҡа килгән. Тестар элеккесә кире һөҙөмтә күрһәткән. Омскиҙың «Авангард»ы менән 5 ноябрҙәге уйындан һуң йәнә бер нисә уйынсы сирләгән. 6 ноябрь иртәһенә командала 17 хоккейсы сирле тип танылған. Сирҙе төп составтан тыш «Торос»тан саҡыртып алынған уйынсылар ҙа йоҡторғаны асыҡланған.

Клубта карантин ғәмәлдә, шуға ла 7 ноябргә «Трактор» менән үтергә тейеш уйын башҡа көнгә күсерелде. «Салауат Юлаев»: «Силәбегә ҡаршы уйынға әҙер инек, тик Роспотребнадзорҙың талабын үтәргә мәжбүрбеҙ», —  тип белдерә. ⠀

Өфө командаһының сираттағы матчы 16 ноябрҙә көтөлә. Томи Лямса тәрбиәләнеүселәре Түбәнге Новгородта «Торпедо» менән алышырға әҙерләнә.