Йырсы Радик Юлъяҡшин 2021 йылдың ноябрендәге концерттарын күсерергә мәжбүр булыуы тураһында белдерҙе. Фанаттары өсөн күңелһеҙ яңылыҡты ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенән тура эфирҙа еткерҙе.
- Ноябрҙә концерттар булмай. Декабргә билдәләнгәндәрен дә күсерергә тура килер, тип уйлайым. Хәл аңлашылырлыҡ түгел. Локдаун дауам итә. Күптәрҙең билет һатып алыр өсөн QR-коды юҡ. Шуға беҙ концерттарҙы, бәлки, яңы йылдан башларға ҡарар иттек. Тик уныһы ла ныҡлы хәл ителмәгән. Мин һеҙгә ҡайһы ҡалаларға сығырға йыйынғанды көнэлгәре хәбәр итермен. Ноябрҙә ижади эш менән шөғөлләнергә теләйем, — тине Радик Юлъяҡшин.
Мәғлүм булыуынса, ковидҡа ҡаршы указ буйынса төбәктә төнгө күңел асыу саралары тыйыла. Республикала йәшәгән кешеләр шулай уҡ сауҙа үҙәктәре һәм халыҡ күпләп йөрөгән башҡа урындарға COVID-19-ға ҡаршы вакциналау тураһындағы сертификаттан башҡа инә алмай.