Гипермаркетҡа тик сертификат менән

Тулыраҡ: Гипермаркетҡа тик сертификат менән

10 ноябрҙән Башҡортостанда гипермаркет һәм майҙаны бер мең квадрат метрҙан ашҡан башҡа сауҙа объекттарына тик СOVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатыу тураһында сертификат, коронавируслы инфекцияны үткән ярты йыл эсендә үткәреү йә прививка эшләтергә ярамау тураһында медицина белешмәһе һәм кире һөҙөмтәле ПЦР-тест күрһәтеп инергә ярай. Ҡарар коронавируслы инфекция таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул ителде.

Бынан элек Башҡортостан ҡала хакимиәттәре башлыҡтары Радий Хәбировҡа гипермаркеттарға ингәндә QR-код талап итеү тәртибен таратыуҙы үтенеп мөрәжәғәт иткәйне. Был тәҡдим яҡлылар фекеренсә эре сауҙа майҙандарында һатып алыусылар иҫәбе ҙур сауҙа үҙәктәрендәгенән кәм түгел, ә октябрҙә индерелгән сикләүҙәр уларға ҡағылмай.

«Радий Хәбиров тәҡдимде хупланы һәм юғары әҙерлек тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡушты», — тип бедерҙеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Мәғлүм булыуынса октябрҙә республикала халыҡ күмәк йыйылған урындарға бер нисә этапта сикләүҙәр индерелде. 4 октябрҙән дәүләт мәҙәниәт учреждениеларына тик вакциналау тураһында сертификат йә сир үткәреү тураһында белешмә йә кире һөҙөмтәле ПЦР-тест эйәләре генә үтә ала. 12 октябрҙән ошо уҡ талаптар сауҙа үҙәктәре менән шәхси мәҙәниәт учреждениеларын тарала, 18 октябрҙән сикләүҙәр мунса, сауна, солярий, фитнес-үҙәк, бассейн, 50 һәм унан да күберәк кешене бер юлы хеҙмәтләндерә алған кафе һәм рсеторандарҙа индерелде. 27 октябрҙән был объекттарға ингәндә ПРЦ-тест һөҙөмтәләрен генә күрһәтеп инеп булмай, прививка яһатырға йәиһә сир үткәреү тураһында белешмә алырға кәрәк. 2021 йылдың 1 декабренән ошо документтар шифахана-курорт ойошмаларына урынлашҡанда талап ителә. Профилакторий, пансионат, ял йорттары хеҙмәттәрен тик вакциналанған граждандар файҙалана ала