COVID-19: тәүлек эсендә ниндәй үҙгәрештәр

Тулыраҡ: COVID-19: тәүлек эсендә ниндәй үҙгәрештәр

Башҡортостанда коронавируслы инфекция йоҡторғандар һаны 91 518 кеше. Шуларҙың 663-өндә яңы коронавирус үткән тәүлектә асыҡланған. 8 ноябрҙә дауаханаларҙан 644 пациент сыҡҡан, барыһы 80 507 сирле һауыҡҡан. Әле республикала вирус менән 8 меңдән ашыу сирле көрәшә. Уларҙың 839-ы дауаханала. 74 пациент ауыр хәлдә, 9 сирле реанимацияла. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, төбәктә 6 019 инфекцион койка булдырылған, уларҙың 5 меңгә яҡыны кислородҡа тоташтырылған. Ковид-госпиталдәрҙә тәүлегенә 77 тонна медицина кислороды тотонола. Ауырыуҙарҙы дауалау маҡсатында 829 яһалма һулыш биреү аппараты, 39 КТ-аппараты, 1 197 кислород концентраты ҡулланыла. Әле 1200-ҙән ашыу инфекцион койка буш. Өйҙәрендә 7,3 мең ковид сирле дауалана.

Үткән тәүлектә Башҡортостанда ковидтан 26 кеше үлгән, пандемия башынан был һан — 2 851.