Һаулыҡ һаҡлау министрлығының был туралағы бойороғо ғәмәлгә инә. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Сертификаттың яңы формаһын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 25 октябрҙә үк индергәйне. Документта хәҙер пациенттың шәхси мәғлүмәттәре – исем-шәрифе, тыуған ваҡыты, енесе, адресы, паспорт мәғлүмәттәре, СНИЛС, медицина полисы – күрһәтелә. Бынын тыш, прививка тураһында тейешле мәғлүмәт – ҡуйыу ваҡыты, препараттың атамаһы һәм яһатҡан ойошма атамаһы, әгәр ҙә бар икән — прививканың ярамағанын күрһәткән сәбәп, сирләгән осраҡта COVID-19 үткәреү тураһында мәғлүмәт бирелә. Сертификаттың беренсе битенең өҫкө уң яҡ мөйөшөндә QR-код күрһәтелә. Сертификат рус һәм инглиз телдәрендә яҙылып электрон һәм ҡағыҙға баҫылған өлгөләрҙә тапшырыла. «Госуслуги» порталында вакцина яһатҡандан алып өс көн үткәнсегә тиклем урынлаштырыла. Сертификат 8 ноябргә тиклем алынған осраҡта автоматик рәүештә яңыртылып «Госуслуги» сайтында 2022 йылдың 1 мартынан да ҡалмай урынлаштырыла.
COVID-19-ға ҡаршы яһатҡан вакцина сертификатының формаһы үҙгәрҙе
Тулыраҡ: COVID-19-ға ҡаршы яһатҡан вакцина сертификатының формаһы үҙгәрҙе