Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына оператив штаб ултырыштарын үткәрергә һәм мәкерле сир таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән индерелгән сикләүҙәр үтәлешен тикшерергә ҡушты. Был хаҡта республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив штаб ултырышында белдерҙе. Ялдарҙы оҙайтыу талап ителмәй, әммә сикләүҙәр үтәлеше етди контролдә ҡала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, үткән аҙна эсендә ауырыусылар һаны тотҡарланған, хәҙер төп бурыс ыңғай тенденцияны һаҡлап ҡалыу. Тик мәктәп каникулдары ғына 15 ноябргә тиклем оҙайтылды. Унда ла уҡыуҙың тәүге көндәрендә күҙәтеү көсәйтелә. Коронавирустан үлем осраҡтарының 80 проценты ололарға тура килә. Шуға ла төп иғтибар тап өлкән йәштәгеләргә. Үҙизоляция индереүҙең сәбәбе лә уларҙың ғүмерен ҡурсалау ниәтенән сығып эшләнде. Ә көнкүреш мәшәҡәттәренән ҡурсалауҙа ирекмәндәр ярҙамға килә. Аҙыҡ-түлек, дарыу килтереү кәрәклеге хаҡында “Беҙҙең хәстәрлек” берҙәм телефонына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Ололар өсөн Өфөлә хатта айырым вакцинация пункты булдырылғайны. Яҡшы тәжрибә булараҡ уны башҡа муниципалитеттарға ла таратыу ниәте бар. Вакцинация планын үтәү беренсел бурыстар исемлегендә ҡала, Башҡортостанға әлегәсә 2 миллион 300 меңгә яҡын доза прививка ҡайтарылған. Беренсе компонентты эшләткәндәр һаны 1 миллион 700 меүде артып киткән. Тулыһынса вакциналаныусылар прививка яһатырға тейешлеләрҙең 56 процентын тәшкил итә. Әйткәндәй, бер компонентлы “Спутник Лайт” вакцинаһына ҡытлыҡ юҡ, ул тиҙҙән республикалағы бөтә пункттарҙа ла буласаҡ. Корнавирус шауҡымында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге башҡа күп мәсьәләләр хәл ителмәй. Был турала Милли проекттар үтәлешенә бәйле доклад менән сығыш яһағанда вице-премьер Илшат Тажетдинов белдерҙе. Әйткәндәй хөкүмәттәге сығышын ул башҡорт телендә әҙерләгәйне. Республика Башлығы Милли проекттарҙа билдәләнгән күрһәткестәр үтәлешен тәьмин итеү буйынса һаулыҡ һаҡлау министрына аныҡ саралар күрергә ҡушты. Аныҡ саралар талап иткән тағы бер мәсьәлә Ҡырмыҫҡалы районы халҡы һорауынан тыуҙы. Кешеләр Оло Толпаҡ күле янында карьер булдырмауҙы үтенә. Ә был тирәлә ҡом-таш сығарыуҙы рөхсәт иткән лицензия 2015 йылдарҙа уҡ бирелгән. Радий Хәбиров карьерҙар проблемаһына яҡын арала йәнә әйләнеп ҡайтасағын белдерҙе. Ә кисекмәҫтән хәл итеүҙе тәбиғәт үҙе ҡша. Ҡыш тәүге сырайын күрһәтте, райондарға ҡаты миҙгелде лайыҡлы ҡаршылау бурысы тора, тәү сиратта юлдарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Бының өсөн бихисап райондар коммуналь техника һорай. Бюджетта бының өсөн сығымдар табыласағына ишараланды. Юл тигәндәй, Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 2 йылда төҙөп күперҙе файҙаланыуға тапшырған эшселәргә рәхмәтен еткерҙе. 1 ноябрь Өфөнөң көнъяҡ ҡапҡалары киңәйҙе, хәҙер унда 11 һыҙат. Әммә ҡыуаныс оҙаҡҡа түгел, яҡын арала аркалы иҫке күпер ябыла.
Республика етәксеһе коронавирусҡа бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға саҡырҙы
Тулыраҡ: Республика етәксеһе коронавирусҡа бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға саҡырҙы