Юл-транспорт фажиғәләре арта

Тулыраҡ: Юл-транспорт фажиғәләре арта

Юлдар төҙөйбөҙ, төҙөкләндерәбеҙ, шулай ҙа юл фажиғәләре кәмемәй, үлем арта ғына. Был аҙнаның транспорт сәғәтен төбәк етәксеһе ошо һүҙҙәр менән башланы. Юл фажиғәләренең күбеһе транспорт бәрелешеүе арҡаһында килеп тыуған. Икенсе урында йәйәүлеләрҙе төкөү осраҡтары килә. Йыл башынан алып Сибай, Бөрө ҡалаларында, Туймазы, Ҡалтасы, Архангель, Бөрйән, Йылайыр, Йәрмәкәй, Тәтешле, Кушнаренко райондарында авария күрһәткестәренең артыуы күҙәтелгән. Уларҙың күбеһе ял һәм ял алдынан, башлыса, көндөҙ теркәлгән. Юл- транспорт фажиғәләре федераль юлдарға ҡарағанда ҡала һәм район эсендәге юлдарҙа күберәк. Йәйәүлеләр менән бәйле фажиғәләр 24 муниципаль берәмектә артҡан. Авариялар хатта йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙә лә йыш күренеш. Иҫерек водителдәр 256 фажиғәлә 54 кешенең ғүмерен ҡыйған. 177 фажиғә автобустар ҡатнашлығында булған. Шуларҙың 148-е баш ҡалала теркәлгән. Һалҡындарға республика водителдәре әҙер түгел килеп сыҡты. Ошо көндәрҙә ҡар яуыуы арҡаһында Өфө — Инйәр һәм М7 трассаларында авариялар күп осраған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге менән бәйле хәл төбәктә ҡырҡыу, балаларҙың фажиғәләрҙә күпләп вафат булыуы борсоуға һала.