Өфөлә бер-нисә дауахана хирургтары берләшеп һигеҙгүҙҙәге шешкә уникаль операция яһаны. Бер-нисә аҙна элек Иваново өлкәһенән килгән Варвара Черемискинаның оса башы һөйәгенән грейпфрут ҙурлыҡ яман шеште ҡырҡып алалар. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәм дә, бындай операция башҡарырға бер кем дә баҙнат итмәне, ти Варвара. Өфө табиптарының ярҙам итә алыуында һис кенә лә шикләнмәнем, ти ханым. Ултыра, хатта арҡаһына ла ята алмаған пациент әле яйлап аяҡҡа баҫа башлаған. Күп балалы әсәне йортта береһенән-береһе кескәй өс сабый көтә. Улар тиҙерәк аяҡҡа баҫырға көс бирә лә инде. 13 сәғәт буйына барған операцияла Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы белгестәре, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм онкология диспансеры хирургтары ҡатнаша. Алдан Германияның нейрохирургтары менән дә кәңәшләшәләр. Оса башы һөйәгендәге ҙур шеш бар эске органдарҙың эшмәкәрлегендә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шунлыҡтан пациент ғәҙәти кеше башҡарған көндәлек эштәрҙе лә эшләй алмай. Төрлө йүнәлештәге белгестәрҙең берләшеүе генә Варвараның ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала. Донъяла әле бер-нисә клиника ғына бындай уникаль операцияны яһай ала. Киләсәктә Варвара Черемискинаның ныҡлап аяҡҡа баҫып китеүендә һәм ғәҙәти тормош алып барыуында ла шикләнмәйбеҙ, ти табиптар.
Башҡортостан табиптары ярҙамға ашыға
Тулыраҡ: Башҡортостан табиптары ярҙамға ашыға