Йәмәғәт транспортына QR-код менән?

Тулыраҡ: Йәмәғәт транспортына QR-код менән?

Өфө мэры Сергей Греков: “Өфө хакимиәтендә йәмәғәт транспорты пассажирҙары өсөн QR-код индереү мәсьәләһе ҡарала, аҙна аҙнағына ҡарар буласаҡ”, — тип белдерҙе.

«Ҡарарҙы республика оператив штабы ултырышында әйтеп ишеттерербеҙ», — тине Сергей Греков 9 ноябрҙә ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Бынан алда Дөйөм Рәсәй автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы ҡала мэрияһына йәмәғәт транспортында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация тураһында сертификаттарҙы һәм QR-кодтарҙы тикшерергә кәрәк тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.