Башҡортостан биләмәһендә көндәрҙең 18 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә. Был турала Башгидрометүҙәк хәбәр итте.
Был аҙнала Башҡортостан халҡын үҙгәреүсән һауа торошо көтә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә, 9 ноябрҙә республикала ямғырҙар башлана, ә шаршамбы епшек ҡар көтөлә.
«Урыны менән сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел йүнәлешен көньяҡтан төнъяҡҡа үҙгәртә, көсәйеүсән. 10 ноябрҙә һауа температураһы төндә һәм көндөҙ өс градус йылынан ике градус һалҡынға тиклем түбәнәйә», — тип белдерҙе синоптиктар.
11 ноябрҙә республикаға арктика һалҡыны килә. Һауа температураһы төндә -6, -11, аяҙытҡанда -13, -18 градусҡаса төшә. Көндөҙ 1, 6 градус һалҡын. Яуым-төшөм туҡтай, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым урындарында боҙлауыҡ һаҡлана.