Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Bashkortsoft проектына башланғыс бирҙе. Ул тотош һөйләмдәрҙе башҡорт теленән руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемәнән ғибәрәт. Электрон тәржемәсе танылған алып барыусы Наил Юнысовтың тауышы менән һөйләй. Башҡорт-рус һәм рус-башҡорт тәржемәсеһе — https://bashkortsoft.ru/ веб-сервисында урынлашҡан.
«Проект башҡорт теленә текстар тәржемә итеү менән шөғөлләнгәндәрҙең барыһы өсөн лә файҙалы. Онлайн-тәржемәсе ҙур текстарҙы эшкәртә, һүҙлек, тәржемәне тауышландырыу бүлеге бар. Руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға онлайн-тәржемәселәр булмағас, әҙерләй башланыҡ. Хәҙерге ваҡытта онлайн-тәржемәсе һынау үтә, асыҡланған хаталарҙы төҙәтәбеҙ. Әлегә тәржемәсенең сифатын яҡынса 70 процентҡа баһалайбыҙ. Параллель текстар ни тиклем күберәк, тәржемәсе лә сифатлыраҡ була», — тине фонд етәксеһе Гөлназ Йосопова.
Башҡорт һәм рус телдәрендәге бер төрлө материалдарҙы йыйып эшкәртеү дауам итә. Йәмғеһе 14 меңдән ашыу интернет бит эшкәртелгән.
«Наил Юнысов тауышы менән башҡорт телендәге теләһә ниндәй тексты яңғыратырға һәләтле компьютер программаһы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булышлығында булдырылды. Синтезаторҙы bashkortsoft.ru рус-башҡорт тәржемәсеһе сайтында һынап ҡарарға мөмкин. Сайтҡа инеүселәрҙең текстың башҡорт телендәге тәржемәһе нисек яңғырауын тыңлау мөмкинлеге бар», — ти сайтты төҙөүселәрҙең береһе Айҙар Хөсәйенов.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды был проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостанда мәғлүмәти технологияларҙы, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итер тигән өмөттә.