Ағиҙел йылғаһы бер тәүлектә генә 10 ссантиметрға күтәрелгән

Тулыраҡ: Ағиҙел йылғаһы бер тәүлектә генә 10 ссантиметрға күтәрелгән

Башҡортостан буйынса гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы хәбәр итеүенсә, Ағиҙел йылғаһы 10 см-ға күтәрелеп, бөгөнгә 752 сантиметрға еткән. Ҡариҙелдә һыу кимәле 855 сантиметр, ул 4 см-ға артҡан, Дим йылғаһы 5 сантиметрға күтәрелеп 348 сантиметрҙа еткән. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр яҙғы ташҡындан күрелгән зыянды иҫәпләй. Һыу кимәле тағы бер метрға ғына артһа ла, йорт эсенә инәсәк, ти Рәйсә Сөләймәнова. Һигеҙ йыл инде бындай Оло һыу күрмәгәс, хужабикә ҡош-ҡорт та тота башлаған. Йылға ташҡас, уларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн ҡоро урынға күсергән.Ә күршеләренә яҙғы ташҡын тағы ла ҙурыраҡ зыян килтергән. Шәйеховтарҙың яңы ғына һалынған йортона һыу үтеп ингән.Йорт эсендә төҙөлөш материалдары һыу эсендә йөҙөп йөрөй, йәбештерә башлаған обойҙар ҙа һыуланған, йәйелеп бөтөлмәгән ленилиум да ҙыу эсендә ята. Ә инде мебелгә һыу үтмәһен өсөн күтәртелеп ҡуйылған. Был хужалар ҙа ташыҡынды күҙ уңынан сығарып, йорттоң нигеҙен күтәртмәй һалған. Һыу киткәнен көтөп әлегә үҙҙәре икенсе ҡатта тора.Юлдарҙы ла һыу ҡаплау сәбәпле автомобиль хәрәкәте сикләнгән. Урындағы халыҡты йорттарына илтер өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус техникаһы дежурҙа тора. “Ҡотҡарыу хеҙмәте” хәбәр итеүенсә, йылғаларҙа һыу күтәрелеү арҡаһында яңы биләмәләрҙе һыу баҫҡан. Шулай итеп, әле баш ҡаланың Киров, Калинин һәм Ленин райондарында 230-ҙан ашыу йортҡа һыу үткән.