Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ереванда 1915 йылдағы фажиғәне иҫкә алдылар.Европа парламенты һәм Европа шураһы, 26 ил уны геноцид тип баһалай. Рәсми Ереван раҫлауынса, 20-се быуат башында Осман империяһы биләмәһендә әрмәндәр күпләп ҡырылған. Әрмәнстан кешелеккә ҡаршы енәйәт булараҡ Төркиәнән әрмәндәр геноцидын таныуҙы талап итә.

Ҡояш батареяларында эшләүсе самолет Тымыҡ океан аша осоп Американың Калифорния штатындағы аэропортҡа ултырҙы. Швейцарияла эшләнгән был самолеттың ауырлығы 2 тонна 300 килограмм. Ул сәғәтенә 140 саҡырым үтә. Аэронавтар киләсәктә Калифорниянан Нью-Йоркка, унан Европаға, Төнъяҡ Африкаға сәфәр ҡылырға ниәтләй.

Германияның Ганновер ҡалаһында 25 мең кеше Европа берлеге менән Америка араһында сауҙа һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡаршы митингҡа сыҡҡан. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, илдә йәшәүселәрҙең 33 проценты был документ ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға, хеҙмәт баҙарына кире тәьҫир итәсәк тип иәҫәпләй.

Австралияның йәшелдәр партияһы депутаты һайлаусыларға фрекинг һәм ҡатламдарҙы һыу ярҙамында айырып сланц газы сығарыуҙың ҙур фажиғәгә алып килеүен күрһәткән. Ул газ сығарылған йылғаға ут төрткән һәм ни ғәләмәт һыу янып киткән.