Бөгөндән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә

Тулыраҡ: Бөгөндән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә

Бөгөндән Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу йәһәтенән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә. Бынан ары вакцина яһатмағандар гипермаркеттарға инә алмаясаҡ. Оператив штабтың сираттағы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Эре сауҙа майҙандарында һатып алыусылар иҫәбе ҙур сауҙа үҙәктәрендәгенән кәм түгел, ә октябрҙә индерелгән сикләүҙәр уларға ҡағылмай. Мәғлүм булыуынса, октябрҙә республикала халыҡ күмәк йыйылған урындарға бер нисә этапта сикләүҙәр индерелде. 4 октябрҙән дәүләт мәҙәниәт учреждениеларына тик вакциналау тураһында сертификат йә сир үткәреү тураһында белешмә йә кире һөҙөмтәле ПЦР-тест эйәләре генә үтә ала. 12 октябрҙән ошо уҡ талаптар сауҙа үҙәктәре менән шәхси мәҙәниәт учреждениеларын тарала, 18 октябрҙән сикләүҙәр мунса, сауна, солярий, фитнес-үҙәк, бассейн, 50 һәм унан да күберәк кешене бер юлы хеҙмәтләндерә алған кафе һәм ресторандарҙа индерелде. 27 октябрҙән был объекттарға ингәндә ПРЦ-тест һөҙөмтәләрен генә күрһәтеп инеп булмай, прививка яһатырға йәиһә сир үткәреү тураһында белешмә алырға кәрәк. 2021 йылдың 1 декабренән профилакторий, пансионат, ял йорттары хеҙмәттәрен тик вакцинацияланған граждандар ғына файҙалана ала.