Йәмәғәт траспортында йөрөү өсөн QR-код индерелерме?

Тулыраҡ: Йәмәғәт траспортында йөрөү өсөн QR-код индерелерме?

Оҙаҡламай Өфө йәмәғәт транспортында ла коронавирусҡа ҡаршы яһалған вакцинанан һуң бирелә торған QR-кодты талап итеүҙәре ихтимал. Өфө хакимиәтенә Бөтә Рәсәй автомобиль транспорты профсоюзы йәмәғәт транспортында коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеү тураһындағы сертификатты һәм QR-кодты тикшереүҙе индереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта сираттағы ултырышта Сергей Греков хәбәр итте. Хакимиәт башлығы тәҡдим аҙна дауамында тикшереләсәк һәм коронавирусты таратыуға юл ҡуймау буйынса республика штабына тапшырыласаҡ, тип белдерҙе.