Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

Тулыраҡ: Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

Пандемия шарттарында республикала Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә. Быйылғы компания уның менән генә үҙенсәлекле түгел, әлбиттә. 11 йыл элек үткәненән айырмалы, яңынан миләтте билдәләгән графа ла индерелде. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Иҫәп алыуҙы төбәк етәксеһе дәүләт хеҙмәттәре порталы аша үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер тапҡыр ойошторола. Уның нигеҙендә демографик үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотҡан дәүләт программалары эшләнә һәм уларға төҙәтмәләр индерелә. Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 14 ноябргә тиклем дауам итә.