Рәсәйҙә 2022 йылдың 1 февраленән беренсе баланы ҡарағанда пособиеның минималь күләме 5,8 процентҡа артып, 7 мең 493, максималь күләме 31 мең 282 һумға етәсәк. Был турала Иҫәп палатаһының «Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының 2022 йылға һәм 2023-2024 йыл бюджеты тураһында»ғы ҡарарына һылтанып, ТАСС хәбәр итте. Бөгөнгә пособиеның минималь күләме 7 083 һум, максимумы — 29 600 һум теркәлгән. Документтан күренеүенсә, йәш ярымға тиклем баланы ҡараған өсөн айлыҡ пособиеларға талап ителгән сығым 169,5 миллиард һумға төшә. Бынан тыш, 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие 5,8 процентҡа артып 19 мең 981 һумға етә. Әлеге ваҡытта был пособие 18 мең 886 һум.
Балалар пососбиеһы арта
Тулыраҡ: Балалар пососбиеһы арта