Яман шеш менән ауырыусылар өсөн Рәсәйҙә “Химия булды, ләкин беҙ уның менән хушлаштыҡ” тигән проект эшләп килә. Ҡатнашырға теләүселәр “Минең фототерапия” тигән сайтҡа фотоларын ебәрә ала. “Үлем. Башы йәки аҙағы”. Ошондай атама алған һүрәттә рәссам баҡыйлыҡҡа китеүсенең һуңғы минуттарын сағылдырған. Ҡурҡыу тойғоһона ҡаршы барырға-һүрәттең мәғәнәһе. Һәм уның төп геройы үҙем, ти рәссам Рушания Бәҙретдинова. Рушания Бәҙретдинова был һүрәтен операциянан һуң һауығып сыҡҡас төшөргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға 20 йәш булғанда табиптар яман шеш ауырыуы таба. Бер нисә йыл йәш ҡыҙға дауахана тупһаһын тапарға тура килә. Мәкерле сир тураһында ишеткәс, тәүҙә ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килде, ләкин тап һынлы сәнғәт мине шул уй-хистән сығарырға ярҙам итте, ти ул. Рушания бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөү менән мауыға. Меңдән ашыу ижади емеше иҫәпләнә. Уның һүрәттәрен сит ил кешеләре лә һатып ала. Әле сираттағы эште ул заказ буйынса төшөрә. Яман шеште еңеп сыҡҡандан һуң байтаҡ ҡына ваҡыт үтте, ә сәнғәткә һөйөү тик артты ғына, ти ул. Уның һүҙҙәренсә, яман шеш менән ауырыусылар, тәү сиратта, әхлаҡи ярҙамға мохтаж. Шул уңайҙан Рәсәйҙә “Химия булды, ләкин беҙ уның менән хушлаштыҡ” тигән проект эшләп килә. Үҙеңде һәм мәкерле сирҙе ҡабул итеү-фотопректтың төп маҡсаты.Хәбәрсе. “Минең фототерапия” сайтында шулай уҡ клиника, хәйриә фондтары адрестары, белгестәр кәңәштәре тупланған. Проекта ҡатнашырға теләүселәр үҙҙәренең фотоһүрәттәрен һәм сире тураһындағы яҙманы “Минең фототерапия” сайтына ебәрә ала. Уның ойоштороусылары ҡатнашыусыларҙы һайлап алып, Мәскәүҙә үтәсәк фотосъемкаға саҡырасаҡ. Был фотолар шулай уҡ 2022-се йылда Өфөлә уҙғарыласаҡ күргәҙмәлә урын ала. ыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә миллион ярым ҡатын-ҡыҙ яман шеш менән яфалана. Шуларҙың 80 процентына психологик ярҙам кәрәк. Был фотопрект мәкерле сирҙең барлығын иҫкәртә. Беренсе һәм икенсе стадиялағы яман шеште еңеп була, ти белгестәр. Шуға ла йылына бер тапҡыр һаулыҡты тикшертергә кәңәш итә улар
Химия булды, ләкин беҙ уның менән хушлаштыҡ
Тулыраҡ: Химия булды, ләкин беҙ уның менән хушлаштыҡ