Салауатта Ағиҙел яры буйында төҙөкләндереү эштәре тамамлана

Тулыраҡ: Салауатта Ағиҙел яры буйында төҙөкләндереү эштәре тамамлана

Салауат ҡалаһында Ағиҙел яры буйында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә унда балалар һәм спорт майҙансыҡтары, амфитеатр, ял итеү урындары ҡоролған. Әле төҙөлөш участкаһында газон түшәлә, йәйәүлеләр өсөн юл рәткә килтерелә. Заманса спорт тренажерҙары, балалар майҙансыҡтары, амфитеатр, йәйәүлеләр зонаһы. Яр буйы ҡала халҡының күптән инде яратҡан ял итеү урынына әйләнгән. Шуға күрә төҙөкләндереү эштәре дауам итеүгә ҡарамаҫтан, бында көндә кеше йыйыла. Яр буйын тәртипкә килтереү маҡсатында төҙөлөштә сифатлы материалдар ҡулланыла. Әле төҙөлөш участкаһында яҡтыртыу бағаналары, өҫтәл һәм эскәмйәләр, сүп-сар өсөн урналар, спорт тренажерҙары ҡуйылған. Проектка ярашлы, төҙөлөш ике этапта үткәрелә. Әле төҙөүселәр газон япмаларын түшәй һәм йәйәү йөрөү өсөн променад урынын төҙөй. Подрядсы ойошма вәкиле белдереүенсә, йылға буйын тәртипкә килтерер өсөн заманса алымдар ҡулланыла. Йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү төп маҡсаттарҙың береһе. Был йәһәттән Ағиҙел яры буйында тирә яҡлап заманса яҡтыртыу бағаналары һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Салуат ҡалаһының иң матур ял итеү урынында төҙөлөш эштәре әле 90% тамамлаған. Объект йыл аҙағында сафҡа индереләсәк.