Акция 9 майға тиклем дауам итә. Ошо арауыҡ эсендә Өфөлә генә 20 меңдән ашыу таҫма таратыласаҡ. Студенттар һәм үҫмерҙәр Еңеү символын майҙандарҙа һәм урамдарҙа кешеләргә бирәсәк. Акция 2005 йылда башланды, ошо арауыҡ эсендә миллионлаған Георгий таҫмаһы таратылды. Сараға Башҡортостан халҡы ла бик теләп ҡушылды. Һәр йыл һайын менәңәләгән кеше ошо таҫманы тағып, Еңеү көнөн ҡаршылай. Был юлы ла таҫмаларҙы таратыуға арналған митингта тиҫтәләгән кеше ҡатнашты. Уларҙы „Төнгө бүреләр„ клубы вәкилдәре лә сәләмләне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның төп маҡсаты – үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү. Был көндәрҙә өлкәндәр йәш быуынға Башҡортостандың дошманды еңеүҙә баһалап бөткөһөҙ роле хаҡында һөйләй. Георгий таҫмаһы кесеһенән олоһона тиклем ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ул йылдарҙың хәтирәләре иһә күҙҙәрҙән йәш булып сыға. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа ла ҡатнаша. Быйыл да 70-гән дәүләттә георгий таҫмалары таратыла. Уҙған йылда Рәсәйҙә 20 миллион, ә Өфөлә 20 меңдән ашыу георгий таҫмаһы таратылды. Быйыл да ойоштороусылар шунсама таҫма таратырға иҫәп тота. Акция Өфө майҙансыҡтарында 9 майға тиклем дауам итәсәк.
Башҡортостанда Георгий таҫмалары таратыла башланы
Тулыраҡ: Башҡортостанда Георгий таҫмалары таратыла башланы