Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған тантаналы сараларға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Башҡортостанда әле 3 меңдән ашыу ветеран йәшәй. Уларҙың береһе баш ҡаланан Мәхмүт Ғәтиәтуллин. 92 йәшлек Мәхмүт Ғәтиәтуллин ысын мәғәнәһендә утты һәм һыуҙы кискән кеше. 1943 йылда фронтҡа саҡырылғас та ул Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Һуңынан Украина, Молдавия, Польша, Чехословакияны дошмандан азат итә, Днепр, Днестр, Висла йылғаларын кисә. Ә Еңеү көнөн ветеран Прагала ҡаршылай. Фронтҡа китер алдынан Мәхмүт Ғәтиәтуллиндың атаһы Лотфулла ҡарт өгөт-нәсихәт өйрәтеп ебәрә. Улына ул хәмер эсмә, белгән доғаларыңды уҡып йөрө, тип кәңәш бирә. Алла ярҙам итәме, әллә 18 йәшлек егеттең яҙмышы шул буламы, Мәхмүт Ғәтиәтуллин бер тапҡыр яралана һәм бер тапҡыр контузия ала, әммә, иҫән әйләнеп ҡайта.Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яугир ябай һалдаттан алып офицер дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ә һуғыш һуңында миномет батареяһы командиры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мәхмүт Лотфулла улы бихисап орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Ә бер наградаһын ветеран яуҙашына бүләк итә. Һуғышта командирҙарҙың бойороғо мотлаҡ үтәлергә тейеш. Ветеран миномет батареяһына эләкһә лә, уға элемтәсе булып эшләргә лә, йәйәүле ғәскәрҙәрҙә алышырға ла тура килә. Әммә, хәрби училищела алты ай эсендә өйрәнгәнен бер ҡасан да онотмай. 1947 йылда Башҡортостанға ҡайтҡас ветеран халыҡ хужалығында эшләй. Ябай эшсенән, аҙыҡ-түлек сәнәғәте ойошмаһы етәксеһе вазифаһына тиклем үрләй. Мәхмүт олатай әле лә әүҙем, ул йәштәргә рухи тәрбиә биреү эшендә ҙур ярҙам күрһәтә.
Стэндап. Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. 23 февралгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 3 меңдән ашыу ветеран йәшәй. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙарҙың ҡаһарманлығы онотолорға тейеш түгел.