35 кеше һәләк булған. Табиптар прививка яһатыуҙы һуҙмаҫҡа саҡыра. Әлегә 1 миллион 700 меңдән ашыу кеше вакцинаның беренсе компонентын алған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу йәһәтенән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инде. Бынан ары вакцина яһатмағандар гипермаркеттарға инә алмаясаҡ. Оператив штабтың сираттағы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Эре сауҙа майҙандарында һатып алыусылар иҫәбе ҙур сауҙа үҙәктәрендәгенән кәм түгел, ә октябрҙә индерелгән сикләүҙәр уларға ҡағылмай.
Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың 676 осрағы асыҡланған
Тулыраҡ: Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың 676 осрағы асыҡланған