Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән азат итеүҙәре ихтимал. Ошо туралағы закон проекты әле Рәсәй Хөкүмәтендә ентекле тикшереү үтә. Ветерандар әле квитанциялағы сумманың тик яртыһын ғына түләй. Закон проекты ҡабул ителә ҡалһа, ул йөҙ меңдән ашыу кешегә ҡағыла. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ветерандарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү өсөн федераль бюджеттан йылына 1 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Законды ҡабул итеү көрсөк шарттарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың йәшәү кимәлен, шулай уҡ уларҙың айырым хоҡуҡи статусын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Ветерандарҙы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән азат итеүҙәре ихтимал.
Тулыраҡ: Ветерандарҙы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән азат итеүҙәре ихтимал.