Табиптар яңылышҡанмы?

Тулыраҡ: Табиптар яңылышҡанмы?

Башҡортостанда 17 йәшлек үҫмер аппендицитҡа операция яһағандан һуң инвалид булып ҡала. Кислород етмәгәнлектән баш мейеһе функцияһы зарарлана. Нияз Муллағәлимов үҙ аллы ултыра ла, йөрөй ҙә, ашай ҙа алмай. Ата-әсәһе билдәләүенсә, урындағы табиптар ваҡытында ярҙам күрһәтмәгән. Архангел районы егетенә операцияны Учалы ҡалаһында башҡаралар. Учалы ҡалаһына ул бары ике аҙнаға ғына эшкә килгән булған. Фәрзәнә менән Илсур Рәхмәтуллиндарға Архангел районынан Өфө ҡалаһына йыш йөрөргә тура килә, был юлы улар республика тәфтиш комитетына ғариза яҙырға килгән. Рәхмәтуллиндарҙың өлкән улы Нияз август аҙағында Учалы ҡалаһына бары ике аҙнаға эшкә юллана. Бер нисә көндән егет үҙен насар тойоп, эсе ауыртыуҙан түҙмәй тәүҙә ашығыс ярҙам саҡырта, ашығыс ярҙам бригадаһы килмәгәс, егет дуҫы менән Учалы ҡала дауаханаһына таксиҙа барып етә. Аппендицит, тип операция башҡарыла. Был хаҡта алдан әсәһенә смс яҙып өлгөрә. Аппендицитҡа ҡәҙимге операция, һөҙөмтәлә операциянан һуң йөрәк туҡтау сәбәпле үҙәк нерв системаһы зарарлана. Нияз хәҙер үҙаллы ултыра, ашай, йөрөй алмай. Ата-әсәһе был урындағы табиптарҙың ваҡытында ярҙам күрһәтмәүенә бәйле, тип фаразлай.Учалы ҡалаһынан Нияз Муллағәләмовты вертолетта башҡалаға алып киләләр. Тәүҙә республика балалар клиник дауаханаһында дауалана, һуңынан психоневрология һәм эпилептология балалар үҙәгендә реабилитация үтә. Башҡала табиптарына ҙур рәхмәтлебеҙ, ти Нияздың ата-әсәһе. Әле егет Архангел район дауаханаһында. 1-се төркөм инвалидлығына документтар юллана.Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан билдәләүҙәренсә, әлегә эске тикшереү бара. Илсур һәм Фәрзәнә Рәхмәтуллиндар иһә өлкән улдарының тулыһынса һауығыуына ҙур өмөт бағлай. Ниязды кесе 5 бер туғаны һағынып көтә.